Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Сентябрь 2022, 10:20

"Салауат Юлаев" Силәбене "яуларға" китте...

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары Силәбелә урындағы “Трактор” клубы менән сәкәләшә.  

Силәбе уйынсылары һигеҙ мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында 10-сы баҫҡыста урынлашҡан. Улар ҙа, өфөләр кеүек, әлегә күтәрелеп китә алмай йонсой. Ә инде һуңғы урында “Нефтехимик” командаһы килә. Ул ун тапҡыр отолғандан һуң, ниһайәт, еңеү яуланы: уҙған турҙа “Себер” клубын өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә алдырҙы.
Юлаевсыларға килгәндә, быға тиклем улар “Аҡ барс” хоккейсыларын ҡабул итеп, дәғүәсеһенең ҡапҡаһын “сылата” алмай, һөҙөмтәлә 0:3 иҫәбенә еңелде. Уйнаманы түгел уйнанылар, тик әлеге лә баяғы һөжүмдәрен еренә еткерә алмау арҡаһында отолорға мәжбүр булдылар. Тәүге осорҙа хатта өҫтөнлөк тә иттеләр, тик араларында мәргәндәр табылманы. Ә инде “йондоҙ”ло Ҡазан командаһы составында улар етерлек... Радулов уйнамаһа ла, уны алмаштырырҙай хоккейсылары быуа быуырлыҡ. Ғөмүмән, һуңғы арала улар үҙ-ара һигеҙ осрашыу уҙғарып, береһендә генә өҫтөнлөк беҙҙекеләр яғында булды. Элек-электән дауам итеп килгән “йәшел” дерби юҡҡа сығып барған кеүек тойола.
Көнбайышта СКА клубы еңеү артынан еңеү яулап, икенсе урында килгән Мәскәү “Динамо”һынан ете мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Ҡытайҙың “Куньлунь Ред Стар” клубы (ете мәрәй) һәм “Сочи” (биш мәрәй) командаһынан башҡалар уңышлы ғына уйнауын дауам итә.

Фото: ТАСС.

"Салауат Юлаев" Силәбене "яуларға" китте...
"Салауат Юлаев" Силәбене "яуларға" китте...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: