Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Сентябрь 2022, 21:15

“Салауат Юлаев” икенсегә “ҡоро” иҫәпкә еңде

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” командаһы Силәбегә барып, урындағы “Трактор” хоккейсыларын 3:0 иҫәбенә отто.  

Шуныһы мөһим:  юлаевсыларҙың бар голдарын  да һаҡсылар индерҙе. Башта Мөхәмәҙуллин уңышҡа өлгәшһә, һуңынан Науменков менән Коледов да үҙ иҫәптәренә мәрәй яҙа.

Шулай итеп юлаевсылар чемпионат башланғанынан алып, икенсегә осрашыуҙы “ҡоро” иҫәпкә тамамлай.

Хәҙер улар 14 мәрәй яулап, бишенсе баҫҡысҡа күтәрелде.

Киләһе осрашыуын Көнсығыш конференцияһы лидеры “Автомобилист” клубы менән уҙғарасаҡ.

Фото: ТАСС. 

“Салауат Юлаев” икенсегә “ҡоро” иҫәпкә еңде
“Салауат Юлаев” икенсегә “ҡоро” иҫәпкә еңде
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: