Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Сентябрь 2022, 21:30

Уйнамай түгел, уйнай, әммә...

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” хоккейсылары  “Аҡ барс” клубын ҡабул итеп, ҡунаҡтарға 0:3 иҫәбенә еңелде.  

Осрашыу буйына дәғүәсеһенә ҡаршы типә-тиң уйнап, әлеге лә баяғы һөжүмдәрен еренә еткерә алмау арҡаһында отолорға мәжбүр булды. Тәүге осорҙа хатта өҫтөнлөк тә итте, тик араларында мәргәндәр табылманы. Ә инде “йондоҙ”ло Ҡазан командаһы составында улар етерлек... Радулов уйнамаһа ла уны алмаштырырҙай  хоккейсылары быуа быуырлыҡ.

Ошо һөҙөмтәнән һуң, “Аҡ барс” ҡумтаһын 15 мәрәйгә еткерһә, өфөләр 12 мәрәйле булып ҡалды.

Киләһе осрашыуҙарын улар ситтә уҙғарасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Уйнамай түгел, уйнай, әммә...
Уйнамай түгел, уйнай, әммә...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: