Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Сентябрь 2022, 19:35

Иртәгә “йәшел” дерби

Иртәгә “Салауат Юлаев” командаһы  КХЛ беренселегендәге уйындарын дауам итеп, принципиаль дәғүәсеһе – “Аҡ барс” клубын ҡабул итәсәк.  

Татарстан уйынсылары әлегә туғыҙ осращыуҙан һуң 13 мәрәй яулап, Көнсығышта өсөнсө баҫҡысты биләй. Юлаевсылар иһә, 12 мәрәй менән – бишенсе. Юғарыла – “Металлург” (16 мәрәй). Икенсе урында килгән “Автомобилист” командаһы иҫәбендә 15 мәрәй. Иң аҫта урынлашҡан “Нефтехимик” хоккейсылары ғына ун уйында ун тапҡыр еңелеп, һаман көйәрмәндәрен ҡыуандыра алмай.

Фото: ТАСС. 

Иртәгә “йәшел” дерби
Иртәгә “йәшел” дерби
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: