Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Сентябрь 2022, 16:45

Һигеҙ мөмкинлектән дүрт мәрәй

Шулай итеп “Салауат Юлаев” хоккейсылары Алыҫ Көнсығыштағы сәфәрен тамамлап, һигеҙ мөмкинлектән дүрт мәрәйле булды.  

Улар яңыраҡ Хабаровскиҙа урындағы "Амур" командаһы менән икенсе тапҡыр уйнап,  был юлы хужаларҙы  буллит серияһында ғына 3:2 иҫәбенә еңде. Уға тиклем уларҙы 2:0 иҫәбенә отҡайны. "Адмирал"ға иһә, ике рәт отолдо.
Юлаевсылар беренселек башланғанынан туғыҙ осрашыу уҙғарып, ун мәрәй менән Көнсығыш конференцияһының бишенсе баҫҡысында урын алды.
Шәмбелә  улар үҙ майҙанында “Динамо” (Минск) уйынсыларын ҡабул итә. Ә инде унан һуң, “Аҡ барс” клубы ҡунаҡ буласаҡ.
Дөйөм таблицаға килгәндә, “Металлург” командаһы ла Алыҫ Көнсығышта дүрт бәйге уҙғарып, дүртеһендә лә еңеү яуланы һәм 14 мәрәй менән лидер булып китте. Икенселә – “Автомобилист” (13 мәрәй). Унан ике мәрәйгә ҡалып, “Аҡ барс” менән “Себер” клубтары килә.

Фото: ТАСС.

Һигеҙ мөмкинлектән дүрт мәрәй
Һигеҙ мөмкинлектән дүрт мәрәй
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: