Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Сентябрь 2022, 20:10

Ике гол ике мәрәйле итте

 “Салауат Юлаев” хоккейсылары Алыҫ Көнсығыштағы сәфәрен дауам итеп, бөгөн Хабаровскиҙа урындағы “Амур” командаһы менән осрашты.  

Быға тиклем .”Адмирал” клубына ике рәт еңелгәндән һуң, был юлы ике мәрәйле булды. Улар Дроздов һәм Кулеминдың уңышы менән хужаларҙы 2:0 иҫәбенә отто. АҠШ легионеры Хмелевский ҙа ике голда ла булышлыҡ итеп, үҙ иҫәбенә ике мәрәйҙе яҙҙы. Ҡапҡа һағында торған Ежов та тәүгә ҡапҡаһын “ҡоро” ҡалдырыҙы.

Шулай итеп, юлаевсылар һигеҙ мәрәй яулап, алтынсы баҫҡысҡа күтәрелде. 21 сентябрҙә улар йәнә үҙ-ара сәкәләшәсәк.

фото: ТАСС. 

Ике гол ике мәрәйле итте
Ике гол ике мәрәйле итте
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: