Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Сентябрь 2022, 17:35

Ниһайәт өс мәрәй

Бөгөн “Өфө” командаһы “Краснодар-2” клубын ҡабул итеп, ниһайәт еңеү яуланы.  

Улар баштан уҡ ике гол индереп алға сығы, ҡунаҡтар тик 77-cе минутта ғына иҫәпте берәүгә ҡыҫҡарта ала.

Шулай итеп оҙаҡ ваҡыт еңелгәндән һуң, өфөләр өс мәрәйле була һәм 12 мәрәй менән турнир таблицаһының унынсы баҫҡысына күтәрелә.

Киләһе турҙа улар Тольяттиҙа урындағы “Акрон” футболсылары менән көс һынашасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Ниһайәт өс мәрәй
Ниһайәт өс мәрәй
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: