Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Сентябрь 2022, 10:50

Иң бай тенниссы спорттан китергә булды

Швейцарияның билдәле тенниссыһы Роджер Федерер яратҡан шөғөлөнән китмәксе булып, оҙаҡламай һуңғы турнирын уҙғарасағы хаҡында белдерҙе.  

41 йәшлек спортсы үҙ карьераһында 20 тапҡыр “Ҙур шлем” турнирында еңеп, АТР-ҙың 103 бәйгеһендә алдынғылыҡты бирмәне. Шулай уҡ йыл һөҙөмтәһе буйынса көслө тенниссылар араһында уҙған турнирҙа алты тапҡыр дан яулай. Шул арауыҡта 130,6 миллион доллар аҡсалата премия эшләп, ул йәһәттән теннисссылар араһында өсөнсө күрһәткескә өлгәште. Әле лә уйнамай ғына реклама килешеүе буйынса йылына 90 миллион доллар килем алып ята.

Фото: ТАСС.

Иң бай тенниссы спорттан китергә булды
Иң бай тенниссы спорттан китергә булды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: