Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь 2022, 16:55

"Адмирал"ға ла отолғас...

Яңыраҡ  “Салауат Юлаев” хоккейсылары КХЛ беренселеген дауам итеп, Владивостокта урындағы  “Адмирал” командаһында ҡунаҡ булды һәм хужаларға 2:0 иҫәбенә еңелде.  

Әллә, яңы команда яңыса уйнай тигәндәй, был составҡа өмөт юҡ һымаҡ. Улар үҙҙәре лә шуны һиҙгәндәй алдан кәртәләп, быйылға бер ниндәй ҙә маҡсат юҡ тинеләр. Хәҙер өфөләрҙе кем теләй, шул еппәрә...  Команданы алға әйҙәрҙәй лидер күренмәй. Мәргәнлек тә аҡһай. Күпселектә лә уңыш юҡ. Ғөмүмән, тренерҙарҙың барыһына ла һорау тыуа, сөнки бар йәһәттән дә өфөләр дәғүәселәренән ҡалыша.

Ғөмүмән, һуңғы арала "Өфө" футболсыларына ла иғтибар бөтөп, улар ҡыл өҫтөндә ҡалһа, хәҙер сират хоккейға ла етеп барған кеүек... 

Фото: ТАСС.  

"Адмирал"ға ла отолғас...
"Адмирал"ға ла отолғас...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: