Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Сентябрь 2022, 18:50

Республикабыҙ тағы бер Рәсәй спорт мастерына артты

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылы егете, тхэквондо буйынса беренсе дан ҡара билбауына эйә булған Азамат Ураҙғолов яңыраҡ Рәсәй спорт мастеры исеменә лайыҡ булып, ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе.  

Билдәле яҙыусы, журналист Рәлис Ураҙғоловтың даланлы улы хаҡында, беҙ бынан ике йыл элек гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде. Әле шул ваҡытта уҡ, Азамат тхэквондо буйынса донъя беренселеге призеры булып, күп тапҡыр халыҡ-ара турнирҙарҙа еңеүсе булып та танылғайны. Ул ғына ла түгел республикабыҙҙың ундан ашыу төбәгендә үҙенең спорт мәктәптәрен дә асып, уңышлы эшләп килә. Тәрбиәләнеңселәре әле үк  төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Афарин! Киләсәктә лә тағы ла бейегерәк үрҙәр яулауын теләйбеҙ!

Фото: Н. Тимеров.

Республикабыҙ тағы бер Рәсәй  спорт мастерына артты
Республикабыҙ тағы бер Рәсәй спорт мастерына артты
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: