Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Сентябрь 2022, 21:30

Тренерҙарға ла уйынсыларға ла һорау бар...

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” хоккейсылары КХЛ беренселегенең бишенсе турында “Спартак” командаһын ҡабул итеп, ҡунаҡтарға 1:3 иҫәбенә отолдо.  

Беренсе осор 0:0 иҫәбенә тамамланһа, икенсеһендә ҡунаҡтар өс яуапһыҙ шайба индереп алға сыға. Өфөләр бер шайба менән яуап биреүен бирә, әммә башҡаһына хәле етмәй.  Һөжүм итәләр ә һөҙөмтә юҡ. Ете минут рәттән күпселектә уйнанылар әммә шул мөмкинлекте лә файҙалана алманы. Тренерҙарҙан күпселеккә Константин Кольцов яуап бирә, күрәһең тәрбиәләнеүселәренә  тәжрибәһен еткерә алмай. Ғөмүмән, тренерҙарҙың барыһына ла һорау бар. Сөнки бар йәһәттән дә өфөләр дәғүәселәренән ҡалыша... Шуға һөҙөмтә лә юҡ.

Фото: ТАСС. 

Тренерҙарға ла уйынсыларға ла һорау бар...
Тренерҙарға ла уйынсыларға ла һорау бар...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: