Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Сентябрь 2022, 09:50

“Спартак” килә ҡунаҡҡа

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары КХЛ беренселегенең бишенсе турында “Спартак” командаһын ҡабул итә.  

“Спартак” иһә, дүрт уйындан һуң ете мәрәй яулап, Көнбайышта өсөнсө баҫҡыста урын алған. Юлаевсылар биш мәрәй менән Көнсығышта – дүртенсе. Уҙған миҙгел финалисы “Авангард” уйынсылары дүрт уйын буйына мәрәй бәхетен күргәне юҡ. Әлегә улар ғына нуль мәрәй яулаған.

Фото: ТАСС.

“Спартак” килә ҡунаҡҡа
“Спартак” килә ҡунаҡҡа
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: