Спорт
5 Сентябрь 2022, 07:40

Юлаевсылар “Витязь”ға һынау тотасаҡ

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары КХЛ беренселеген дауам итеп, Балашихала “Витязь” клубында ҡунаҡ буласаҡ.  

“Витязь” уйынсылары быға тиклем “Авангард”ты ҡабул итеп, уларҙы  3:2 иҫәбенә отҡайны. Беҙҙекеләр иһә, СКА клубынан өҫтәмә ваҡытта уларҙы  3:2 иҫәбенә еңелде.

Башҡа осрашыуҙарға килгәндә, “йондоҙ”ло “Аҡ барс” командаһы Мәскәүҙә “Динамо”нан 2:0 иҫәбенә бирелде. Бөгөн улар әрме уйынсылары менән сәкәләшәсәк. Әлегә икешәр уйын уҙғарған “Автомобилист”, “Спартак” һәм ЦСКА хоккейсылары икешәр еңеү яулап, бәйгене уңышлы ғына башланы.

фото: ТАСС.

Юлаевсылар “Витязь”ға һынау тотасаҡ
Юлаевсылар “Витязь”ға һынау тотасаҡ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас