Баш тренерҙары алышҡанынан алып, ике уйында нуль туп индереп, мәсхәрәле рәүештә аҫҡа тәгәрәүен дауам итә. Кем уйлаһын инде, кисә генә элитала сығыш яһап йөрөгән команда, бөгөн түбәндәгеләргә лә ҡаршы тора алмауын... Аптырарлыҡ инде. Тик томалдан баш тренерҙы алмаштырып, маҡсат – Премьер-лигаға сығыу тип ҡуйҙылар ҙа, еңелеү менән, аҡса юҡ тип, чемпионаттан сығырбыҙ тип тауыш ҡуптарҙылар... Күрәһең, “Өфө”нөң дә көнө бөтөп бара буғай. Ныҡ һөйләнделәр шул. Күршеләрҙеке һымаҡ, күберәк клубтар булдырыу, уларға ярҙам итеү республикала спортты үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк тигәйнеләр. Хәҙер булғандары ла “батып” бара түгелме?..
Фото: ТАСС.