Өмөтлө үҫмер Мәскәү командаһы өсөн бөтәһе 52 осрашыу уҙғарып 13 тапҡыр гол индерә. Әгәр һөйләшеү үҙ көсөнә инһә, уның контракты 2028 йылға тиклем ҡаралған.
Ғөмүмән, унда Рәсәй футболсыларынан быға тиклем һигеҙ уйынсы көсөн һынап ҡарай. Андрей Аршавин “Арсенал”, Данияр Биләлетдинов “Эвертон”, Юрий Жирков “Челси”, Андрей Канчельскис “Манчестер Юнайтед”, Роман Павлюченко “Тоттенхэм”, Павел Погребняк “Фулхэм”, Алексей Смертин “Челси” һәм ҡапҡасы Дмитрий Харин “Челси” клубтарында уйнай.
Фото: ТАСС.