Спорт
17 Август 2022, 09:30

Финишҡа аҙаҡҡы килеп, төп геройға әйләнә

Еңел атлетика буйынса Германияла барған Европа чемпионатында Андорра спортсыһы ярыш мәлендә йәрәхәт алған дәғүәсеһенә ярҙам итеп, беренселектең геройына әйләнде.  

Ҡаршылыҡтар аша (стипль-чезу төрө) йүгереүҙә Дания атлеты барьерға һөрөнөп йығылып, тора алмай ятҡанда әргәһенән үтеп барған Науэль Карабанья ярыштан туҡтап, ярҙам итмәксе була. Әммә уны юлдан торғоҙоп сығарғансы апаруҡ ваҡыт үтә һәм ярышыусыларҙың барыһы ла уны үтеп китәләр. Андорра спортсыһы финишҡа иң аҙаҡҡы булып килә, әммә стадиондағы бар халыҡ уны аяҡүрә ҡул сабып геройҙарса ҡаршы ала.

Ул әлбиттә төп еңеүселәр рәтендә һаналмай, тик ошо аҙымы уны беренселектең төп геройына әйләндерә.

фото: ТАСС. 

Финишҡа аҙаҡҡы килеп, төп геройға әйләнә
Финишҡа аҙаҡҡы килеп, төп геройға әйләнә
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас