Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2022, 08:35

"Өфө”ләр Мәскәүгә юлланды

Бөгөн  “Өфө” командаһы Рәсәй беренсе лигаһының сираттағы турын дауам итеп, Мәскәүҙә урындағы “Велес” клубы менән уйнаясаҡ.  

“Велес” уйынсылары әлегә дүрт уйындан һуң өс мәрәй яулап, беҙҙекеләрҙән бер мәрәйгә ҡалыша. “Өфө”ләр иһә, уҙған турҙа  “Алания” футболсыларына 1:3 иҫәбенә отолоп, үҙенә хас булмаған 14-се баҫҡысты биләй.

Күршеләрҙең “Рубин” командаһы ла “Өфө”ләрҙән әллә ни алыҫ тормай. Шуға ла етәкселек, уларҙың баш теренеры Леонид Слуцкийға хәлде өс уйында яҡшыртыр өсөн маҡсат итеп ҡуйған.

Фото: ФК Уфа.

 

"Өфө”ләр Мәскәүгә юлланды
"Өфө”ләр Мәскәүгә юлланды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: