Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2022, 08:15

“Һеҙҙә иҫ киткес ҡунаҡсыл халыҡ”

Быйылдан “Салауат Юлаев” командаһына килеп ҡушылған Канада һөжүмсеһе Джош Хо-Сэнг Башҡортостан халҡына хайран булыуын белдереп, шулай тине.  

“Мине бик йылы ҡаршы алдылар. Бында бик ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй икән. Яҡташтарыма был хаҡта белдереп, тиҙерәк Өфөгә килеүҙәрен теләнем. Мин шатмын. Ә инде командалаш иптәштәремә килгәндә, улар бик оҫта тәжрибәле уйынсылар. Шуға күрә дөйөм һөҙөмтә өсөн тырышып уйнарға ғына ҡала”.

Шулай уҡ яҡташы, һаҡсы Райан Мерфи ҙа бында килеүенә ҡәнәғәт.

Әлеге ваҡытта баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан Республикаһы кубогына турнир бара. Бөгөн командалар һуңғы уйындарын уҙғарасаҡ. Бәйге хужалары "Северсталь" командаһы менән сәкәләшәсәк.

Фото: ХК Салават Юлаев.

“Һеҙҙә иҫ киткес ҡунаҡсыл халыҡ”
“Һеҙҙә иҫ киткес ҡунаҡсыл халыҡ”
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: