Спорт
11 Август 2022, 03:10

Башҡорт “фин”ы Швейцарияға юлланды

“Салауат Юлаев” командаһында уйнап, фин хоккейсылары араһында КХЛ-беренселегендә иң мәргән Теему Хартикайнен карьераһын Швейцария чемпионатында дауам итәсәк.  

Һөжүмсе уҙған миҙгел өфөләр менән булған килешеүен өҙөп, башҡа сит ил уйынсылары менән тыуған яғына ҡайтып киткәйне. Һәм бына яңыраҡ ул Швецарияның “Женева-Серветт” клубы менән килешеү төҙөнө.

“Мин шатмын бында килеүемә. Ғаиләм дә риза булып килде. Элекке клубташ дуҫтарымды ла күрәсәкмен”, тип белдергән ул.

32 йәшлек уйынсы КХЛ беренселегендә 561 осрашыуҙа 186 гол индереп, 233-өндә уға булышлыҡ итә.

Фото: ТАСС. 

Башҡорт “фин”ы  Швейцарияға юлланды
Башҡорт “фин”ы Швейцарияға юлланды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас