Спорт
30 Июль 2022, 04:00

Уйнамай ғына байымаҡсы...

Италияның “Фиорентина” клубы бынан ике йыл элек, Рәсәй йыйылма командаһы футболсыһы Александр Кокоринды үҙенә йәлеп итеп, хәҙер ҡотола алмай бер була.  

Команда етәкселеге йылына 3,6 миллион евро тәҡдим итеп, һөжүмсе менән  2024 йылға тиклем килешеү төҙөй. Ә уныһы ошо арауыҡта бары 11 тапҡыр ғына яланға сығып, йәмғеһе 216 минут уйнай һәм бер тапҡыр ҙа уңышҡа өлгәшә алмай. Тегеләр хаталаныуын танып, Кокориндан баш тартмаҡсы була. Килешеүен өҙөр өсөн уға ике миллион евро ла тәҡдим итә. Ә ул риза булмай эш хаҡының тулыһынса биреүен һорап, шунан ғына китәсәген белдергән.

Фото: ТАСС.

Уйнамай ғына байымаҡсы...
Уйнамай ғына байымаҡсы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас