Унда 192 ил спортсылары ҡатнашып, 49 төр дисциплинаһы буйынса миҙалдар уйнатты. Рәсәй вәкилдәре ҡатнашмағас, иң күп уңышҡа турнир хужалары лайыҡланды. Улар иҫәбендә – 13 алтын, 9 көмөш һәм 11 бронза миҙал. Дүрт “алтын”, дүрт “көмөш” һәм ике “бронза”ға эйә булып, икенсе күрһәткескә Эфиопия спортсылары өлгәште. Өсөнсө баҫҡыста урынлашҡан Ямайка командаһы ике алтын. ете көмөш һәм бер бронза миҙал яуланы. Элекке союз республикаларынан Литва менән Украина вөкилдәре берәр “көмөш” һәм берәр “бронза”лы булды.
Фото: ТАСС.