Спорт
13 Июль 2022, 11:00

“Түбәнге Новгород”, “Әхмәт” хәҙер килеп “Маритиму”...

“Өфө” командаһы һөжүмсеһе Гамид Агаларовҡа Европаның да бер нисә клубы ҡыҙыҡһыныуын белдерә башлаған.  

Команданың генераль директоры Швмил Ғәзизов белдереүенсә,  әлеге ваҡытта уның менән Португалияның “Маритиму” етәкселеге һөйләшеүҙәр алып бара. Шулай уҡ Бельгия менән Төркиә командалары ла ҡыҙыға башлаған. Уға тиклем Түбәнге Новгород менән Грозный ҡалаһы клубтары ла уның менән ҡыҙыҡһынғайны.

21 йәшлек һөжүмсе уҙған миҙгелдә “Өфө” өсөн 29 осрашыуҙа 19 гол индереп, беҙҙең чемпионаттың иң мәргән бомбардиры булып танылды.

Фото: ТАСС. 

“Түбәнге Новгород”, “Әхмәт” хәҙер килеп “Маритиму”...
“Түбәнге Новгород”, “Әхмәт” хәҙер килеп “Маритиму”...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас