“Беҙ, барыбыҙ ҙа үҙ өйөбөҙгә бикләнеп, Федотов тирәһендә булған хәлде белмәмеш булып ятабыҙ. Йәнәһе, беҙгә ҡағылмай, үҙе тәләһә нишләһен... Ә бит, уйлап ҡараһаң, уның хәл-торошо бөтәбеҙгә лә, бигерәк тә йәштәргә ҡағылыуы ихтимал. Улар бит беҙҙең киләсәгебеҙ. Иван да башта өмөтһөҙ булып, һуңынан төп команда составында һәм ЦСКА-ла төп ҡапҡасы булып китә. һәр бер үҫмер хоккейсы, НХЛ-ға барыу хыялын тормошҡа ашырып, океан аръяғына юлланмаҡсы була, әммә был кемгәлер оҡшамай... Әлбиттә, унда һинең ни эшең бар, тип әйтеүселәр табылыр. Тик беҙ, спортсылар, өндәшмәй ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Бында кешенең киләсәге хәл ителә. Шуға күрә тыныс ятырға тейеш түгелбеҙ”, – тип белдерҙе ул.
P.S. 21 йәшлек ҡапҡасы Иван Федотовты әрменән ҡасып йөрөүҙә ғәйепләп, океан аръяғына юлын яптылар һәм көсләп әрмегә оҙаттылар.
Фото: ТАСС.