Спорт
13 Июль 2022, 06:35

Малкин ниһайәт, командалы булды...

НХЛ-дың “Питтсбург Пингвинз” клубы составында 2006 йылдан сығыш яһап, өс тапҡыр Стэнли кубогына эйә булған билдәле Рәсәй хоккейсыһы Евгений Малкин, командаһы менән барған оҙаҡ өйләшеүҙәрҙән һуң, ниһайәт килешеүен оҙайтты.  

35 йәшлек һөжүмсе командаһы менән дүрт миҙгелгә килешеп, йылына 6,1 миллион доллар аласаҡ. Быға тиклем ул, туғыҙ миллион доллар алып уйнай ине.

Малкин ошо арауыҡта клубы өсөн 981 осрашыу уҙғарып, 444 гол индерә һәм 702-ендә уға булышлыҡ итә.

Фото: ТАСС. 

Малкин ниһайәт, командалы булды...
Малкин ниһайәт, командалы булды...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас