Спорт
5 Июль 2022, 05:30

Виктор Тихонов сәкәнен һөйәргә булды...

“Салауат Юлаев” клубы менән 2023 йылға тиклем килешеү төҙөгән Виктор Тихонов яратҡан шөғөләнән китеүе хаҡында белдергән.  

Ә бит команда етәкселеге уны оҙаҡламай башланасаҡ йыйынға көтә ине. Әлегә барыһы ла аптырауҙа.

34 йәшлек һөжүмсе үҫмер сағында өмөт бағалаһа ла, әллә ни талантын аса алманы. НХЛ-да ла уйнап китә алмай, ҡабаттан КХЛ-ға ҡайтты. Бер мәл генә асылып китеп, төп команда менән Олимпия уйындарына барып ҡайтты һәм һуңынан донъя чемпионатында уңышлы уйнап, иң көслө уйынсы булып та танылды. Өфөләр составында ла үҙ урынын табып, клуб етәкселеге уға ышанғайны. Әммә бына юғарылағы яңылыҡ, барыһын да шаҡ ҡатырҙы.

Фото: ТАСС.

Виктор Тихонов сәкәнен һөйәргә булды...
Виктор Тихонов сәкәнен һөйәргә булды...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас