Спорт
26 Июнь 2022, 15:50

Агаларов “Әхмәт”кә юлланмаҡсы

Уҙған Рәсәй беренселеге бомбардиры, “Өфө” клубы һөжүмсеһе Гамид Агаларов “Әхмәт” командаһына күсеүе ихтимал.  

Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, һөйләшеүҙәр ыңғай барып, бына-бына тамамланырға тора. Быға тиклем уның менән Түбәнге Новгород клубы ла ҡыҙыҡһыныуын белдергәйне. Ә инде башҡалар өндәшмәне. Күрәһең, Агаларов кеүек мәргәндәр уларға кәрәкмәй...

Фото: ТАСС. 

Агаларов “Әхмәт”кә юлланмаҡсы
Агаларов “Әхмәт”кә юлланмаҡсы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас