Спорт
19 Июнь 2022, 06:05

Яҡташыбыҙ “тишелде...”

НХЛ-дың Стэнли кубогының финалында “Колорадо Эвеланж” хоккейсылары икенсе осрашыуҙа ла “Тампа Бэй Лайтнинг” командаһын еңеп, дөйөм серияла 2:0 иҫәбе менән өҫтөнлөк итә.  

Беренсе бәйгелә ҡунаҡтар өҫтәмә ваҡытта ғына отолһа, икенсеһендә бөтөнләй 7:0 иҫәбенә ҡыйралды. Шулай итеп “Тампа” ҡапҡаһын һаҡлаған яҡташыбыҙ Андрей Василевский тәүгә ҙур иҫәпкә бирелде. Еңеүселәр яғында сығыш яһаған берҙән-бер Рәсәй легионеры Валерий Ничушкин ике тапҡыр уңышҡа өлгәште. Ә бына ике миҙгел рәттән төп кубокты яулаған “Тампа” клубы был юлы дәғүәсеһенә ҡаршы бер ни ҡыла алмай ыҙалана.

фото: ТАСС. 

Яҡташыбыҙ “тишелде...”
Яҡташыбыҙ “тишелде...”
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас