Чемпион, уҙған йылда эскән килеш дуҫын туҡмап, һөҙөмтәлә тегеһе бер-нисә айҙан һуң дауаханала йән бирә. “Мин үҙемдең ғәйебемде тулыһынса таныйым. Бер ҡасан да уны үлтерегә уйым булманы. Яңылыштан ғына килеп сыҡты был хәл. Ҡыҙғаныс. Ғаиләһенә, дуҫ иштәренән ғәфү үтенәм. Киләсәктә ғүмерем буйына уның ғаиләһенә ярҙам итәсәкмен” тигән ул, суд ҡарарынан һуң.
Спортсы 2008 йылда уҙған Йәйге Олимпия уйындарында дзюдо төрөнән алтын миҙал яулап, Монголия тарихында беренселәрҙән булып дан ҡаҙана. Шулай уҡ ул, дүрт йылдан һуң да көмөш миҙал яулай.
Фото: ТАСС.