Спорт
8 Июнь 2022, 18:00

Томас Бах беҙҙе яҡлап сыҡты

Халыҡ-ара Олимпия комитеты президенты Томас Бах, яңыраҡ Рәсәй һәм Беларусь спортсыларын яҡлап сығыш яһаны.  

Уның фекеренсә, ил етәкселектәре үҙ федерацияларҙың эшенә ҡыҫылып, Рәсәй һәм Беларусь спортсыларын ярыштан ситләттерә. “Улар Халыҡ-ара комитетының ролен хөрмәт итергә тейеш. Ана, Францияны ғына алайыҡ. Улар бит үҙендә яңыраҡ уҙған теннис турнирында Рәсәй спортсыларын нейтраль статуста ярышҡа рөхсәт бирҙе. Ә Англияның етәкселеге юҡ, тине. Әгәр без былай эшләһәк, отоласаҡбыҙ. Бөгөн без уларҙы рәнйетәбеҙ, ә кем белә, икенсе юлы икенселәр шул уҡ хәлгә ҡалыуы мөмкин. Донъяла бер илдә бөтәһенән дә яратылып йәшәмәй. Шуға күрә уның паспорты икенсе тип, улай ҡыланырға ярамай”, тип белдерҙе ул.  

Фото: ТАСС. 

Томас Бах беҙҙе яҡлап сыҡты
Томас Бах беҙҙе яҡлап сыҡты
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас