Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Май 2022, 10:20

Беҙ булмағас, Швейцария шашты...

Финляндияла барған хоккей буйынса донъя чемпионатының сирекфиналсылары билдәле булды.  

“А” төркөмөндә уңышлы ғына сығыш яһаған Дания командаһы һуңғы төркөм осрашыуында словактарға еңелеп, һөҙөмтәлә плей-оффҡа эләгә алманы. Ҡыҫҡаса әйткәндә, ике төркөмдәң дә фарвориттары төп бәйгегә юл алды. “А” төркөмө лидеры Швейцария уйынсылары, ете бәйгелә лә еңеү яулап,  сирекфиналда АҠШ командаһы менән осрашасаҡ.  Германия хоккейсылары Чехия менән уйнаһа, Канада командаһы шведтар менән көс һынашасаҡ. Ә инде беренселек хужалары, Словакия уйынсыларына һынау тотасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Беҙ булмағас, Швейцария шашты...
Беҙ булмағас, Швейцария шашты...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: