Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Май 2022, 10:05

Дания тарихи еңеү яуланы

Финляндияла барған хоккей буйынса донъя чемпионатының плей-офф уйындарына ла күп ҡалманы.  

Кисә командалар төрөкөм осрашыуҙарының сираттағы бәйгеһен уҙғарҙы һәм Дания уйынсылары Канаданы 3:2 иҫәбенә отоп, тарихи еңеү яуланы. Быға тиклем Австрия хоккейсылары ла Чехияны еңеп, АҠШ-ҡа тик овертаймда ғына отолоп, күптәрҙе һағайтҡайны. Хәҙер океан аръяғы командалары үҙ төркөмдәрендә дүртенсе урындарҙы биләй. Улар хатта, плей-оффҡа ла эләкмәүҙәре ихтимал. Әлбиттә, уның өсөн һуңғы төркөм уйындарында уларҙың дәғүәселәре уларҙы еңһә... Франция уйынсылары АҠШ менән осрашһа, Норвегия командаһы иһә, Канада менән сәкәләшәсәк.

Ҡаҙағстан хоккейсылары алты рәт еңелгәндән һуң, һуңғы уйында Италияны отоп, көслөләр рәтендә ҡалды һәм киләһе чемпионатта ла ҡатнашасаҡ.

Фото: ТАСС.

Дания тарихи еңеү яуланы
Дания тарихи еңеү яуланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: