Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Май 2022, 17:30

Хоҙай Тәғәлә беҙҙең яҡлы булды

“Өфө” клубының капитаны Алексей Никитин “Рубин” командаһы менән булған уйындан һуң хөкүм итеүсене тәңҡитләне.  

“Быйылғы  миҙгелдәге иҫ киткес көсөргәнешле бәйге булды. Дәғүәсе беҙҙән күпкә көслөрәк  булһа ла беҙ тырышлығыбыҙ арҡаһында лайыҡлы рәүештә еңдек. Хөкүм итеүсе лә улар яҡлы булды, әммә Хоҙай Тәғәлә беҙҙең яҡлы булды. Тик томалдан беҙҙең ҡапҡаға пенальти тәғәйенләһә лә, мин уға ғәҙеллек еңеп сығасасаҡ тип әйттем. Һәм шулай булды ла”.

Кисә “Өфө” футболсылары Ҡазандың “Рубин” клубын еңеп, ике тапҡыр Рәсәй чемпионын түбәнге лигаға оҙатты. Ә инде беҙҙекеләр элитала ҡалыр өсөн стык осрашыуында “Ырымбур” командаһы менән уйнаясаҡ.

Фото: ТАСС. 

Хоҙай Тәғәлә беҙҙең яҡлы булды
Хоҙай Тәғәлә беҙҙең яҡлы булды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: