Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Май 2022, 22:05

“Өфө” чемпионды түбәнге лигаға оҙатты

Бөгөн футбол буйынса Рәсәй Премьер-лигаһының һуңғы турында призерҙар һәм уның аутсайдерҙары билдәле булды.  

Шулай итеп “Сочи” командаһы “Динамо”ны уның яланында 5:1 иҫәбенә еңеп, үҙ тарихында беренсе тапҡыр призерҙар исемлегенә инде. Ә инде Мәскәү клубы бронза миҙал менән ҡәнәғәтләнде.

Турнир таблицаһының аҫҡы өлөшөндә лә бәйге бик ҡыҙыу булды. Беҙҙең “Өфө” футболсылары ут күрешебеҙ, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы “Рубин” командаһы менән элитала ҡалыу-ҡалмау өсөн үҙ-ара көрәште һәм көсөргәнешле уйында “Өфө” уйынсылары хужаларҙы 2:1 иҫәбенә отоп, чемпионды, билдәле Слуцкий менән ҡуша ФНЛ-ға оҙатты. Ә бит “Рубин” командаһы осрашыуҙы уңышлы башланы. Улар беренсе осорҙоң 37-се минутында пенальти тибеп алға сыға. Ҡунаҡтар икенсе осорҙа иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә. Ә инде төп ваҡыт тамамланыуға хатта алға сыға һәм инде генә еңеү яуланым тигәндә, хөкүм итеүсе беҙҙекеләргә йәнә пенальти  тәғәйенләй. Һәм был юлы бәхет өфөләргә йылмая, Һәм беҙҙекеләр төшөп ҡалыу зонаһынан ҡотола.   Хәҙер улар элитала ҡалыу өсөн стык бәйгеһендә “Ырымбур” клубы менән осрашасаҡ. “Рубин” иһә, түбәнге лигаға төштө.

Фото: ТАСС. 

“Өфө” чемпионды түбәнге лигаға оҙатты
“Өфө” чемпионды түбәнге лигаға оҙатты
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: