Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Май 2022, 10:30

Һаман тыныслана алмайҙар...

Халыҡ-ара Олимпия комитеты сиратта Рәсәй спортсыларының наградаларынан мәхрүм итте.    

2014 йылда Сочиҙа уҙған уйындарҙа беҙҙең ҡатын-ҡыҙ биатлонсылары эстафетала көмөш миҙал яулағайны. Унда ҡатнашҡан билдәле Ольга Зайцеваның ҡанында тыйылған препарат табылып, ошоғаса тикшереү алып барылды. Һәм бына һигеҙ йылдан һуң, тегеләр ҡарар сығарып, Рәсәй командаһынан миҙалды тартып алды. Шулай итеп, көмөш миҙал Норвегия спортсыларына күсһә, ә инде улар яулаған “бронза”ны Чехия ҡатын-ҡыҙҙарына бирәсәктәр.

Моғайын, инде тынысланырҙар, сөнки улар быға тиклем беҙҙең 13 миҙалды һәрмәгәйне...

Фото: ТАСС.

Һаман тыныслана алмайҙар...
Һаман тыныслана алмайҙар...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: