Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Май 2022, 20:25

Беҙһеҙ бәйге...

Финляндияла барғвн хоккей буйынса донъя беренселегенең 84-се чемпионаты беренсе тапҡыр  төп фаворитһыҙ үтә.

Белеүегеҙсә, беҙҙең ярвтҡан командабыҙ. донъяның ыҙғышына дусар булып, төп бәйгенән мәхрүм ҡалды. 
Ә инде тарихҡа ҡағылғанда,  илебеҙ 1954 йылдан донъя чемпионатында ҡатнаша башлай һәм әлегә СССР тарҡалғансы бер ваҡытта ла ҙур бәйгенән миҙалһыҙ ҡайтмаған берҙән-бер ил булып һанала. Ул дебют бәйгеһендә үк турнирҙа төп фаворит булып һаналған Канада уйынсыларын еңеп, донъя чемпионы исемен яулай. Һәм шул арауыҡта 22 тапҡыр донъя чемпионы була, ете тапҡыр көмөш һәм биш тапҡыр бронза миҙалын да ала. Олимпия уйындарынан да уңышһыҙ ҡайтмай, туғыҙ уйында ҡатнашып, етеһендә – алтын һәм берәр көмөш менән бронза миҙалға эйә була. Рәсәй тарихында иһә уңышы әллә ни маҡтанырлыҡ булмаһа ла, турнир һайын уның фавориты иҫәпләнде. Ошоғаса 29 чемпионатта уйнап, биш тапҡыр – беренсе, өс тапҡыр – икенсе һәм биш мәртәбә өсөнсө урынға сыға.
Әлбиттә, беренселек йылдан-йыл үҙенең бәҫен юғалта бара. НХЛ-да уйнаған көслө уйынсылар, клубтарының һөҙөмтәһен юғары ҡуйып, чемпионатҡа килмәүҙе хуп күрә. Әле лә бына Швецияның океан аръяғында сығыш яһаған 30-ға яҡын хоккейсыһы төп команда өсөн уйнауҙан баш тартҡан. Шуға ла турнирҙа икенсе сортлы уйынсылар уйнай. Канада менән АҠШ күптән инде беренселеккә йәш-елкенсәктән команда төҙөп килеүҙе хуп күрә. Швеция, Чехия, Финляндия һәм Словакия командаларын һанамағанда, ҡалғандары исем өсөн... Шулай ҙа улары ла хәҙер “тешләшеп” маташа. Әйтәйек, Белоруссия урынына турнирға килгән Австрия командаһы чехтарҙы буллит серияһында еңеп, үҙ тарихында беренсе тапҡыр ҙур уңышҡа өлгәште. Шул уҡ АҠШ уйынсылары ла уларҙы өҫтәмә ваҡытта ғына алдыра алды.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, беҙҙең командаһыҙ турнирҙың мәртәбәһе тағы ла күпкә кәмене, сөнки беҙҙекеләр ҡатнашһа, Овечкин, Малкин, Капризов кеүек донъя “йондоҙ”ҙары күпләп халыҡты турнирға йәлеп итер ине.

Фото: ТАСС. 

Беҙһеҙ бәйге, төпһөҙ бәйге...
Беҙһеҙ бәйге, төпһөҙ бәйге...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: