Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Май 2022, 16:15

Метсола Швейцарияға юлланды

“Салауат Юлаев” клубының намыҫын яҡлаған фин ҡапҡасыһы Юха Метсола башҡаса Рәсәйгә килмәүен белдереп, Швейцария чемпионатына барырға булған.  

33 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы миҙгел барышында Өфөнө ҡалдырып киткәненән һуң, Екатеринбургҡа киләсәге тураһында хәбәр таралды. Йәнәһе ул, “Автомобилист” командаһы менән килешеү төҙөгән. Бәлки, һөйләшеү булғандыр,  әммә Юха, Швейцарияның “Клотен” клубына барып юлыҡҡан. “Клотен” командаһы бынан өс йыл элек түбәнге лигаға төшөп, быйылдан ҡабат юғары лигаға ҡайтҡан. Әлбиттә уға беҙҙәге һымаҡ миллионлап түләмәҫтәр, тик буш ятҡансы, атып булһа ла ҡалырға булғандыр...

Фото: ТАСС. 

Метсола Швейцарияға юлланды
Метсола Швейцарияға юлланды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: