Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Май 2022, 10:45

Өҫтә лә, аҫта ла көрәш ҡыҙыу булмаҡсы...

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселеге тамамланыуға бер генә тур ҡалды.  

“Зенит” клубы алдан чемпион булып, өсөнсө миҙгел рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Ә бына икенсе-өсөнсө урын өсөн көрәш һуңғы турға тиклем дауам итәсәк. Сөнки “Динамо” (Мәскәү)  менән “Сочи” уйынсылары бер үк мәрәй туплап, тамамлау турында үҙ-ара уйнаясаҡ. Тәүгеһенә көмөш миҙал яулар өсөн, тигеҙ иҫәпкә уйнау ҙа етә.  “Данамо” һуңғы тапҡыр 1994 йылда ғына “көмөш”лө булғайны. Ә инде 2008 йылда бронза миҙал яулап, көйәрмәндәрен ҡыуандыра. “Сочи” иһә, 2019 йылдан ғына Премьер-лигала дебют яһап, башынан аша һикермәксе...

Шулай уҡ турнир таблицаһының аҫҡы рәтендә лә интрига һуңғы турға тиклем һаҡланды. Элитала ҡалыуға стык бәйгеһенә эләгер өсөн “Өфө” клубы Ҡазандың “Рубин” уйынсылары менән үҙ-ара буласаҡ осрашыуҙа хәл итәсәк. Беҙҙекеләргә тик еңеү генә кәрәк. Ә инде тәжрибәле “Рубин” өсөн тигеҙ иҫәп тә етә. Әммә улар еңгән сүрәттә, хатта стык уйынынан да ҡотолоуы ихтимал. Шуға күрә, Ҡазан командаһы мотлаҡ еңеү өсөн тырышасаҡ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, өҫтә лә, аҫта ла көрәш ҡыҙыу булмаҡсы...

Фото: ТАСС. 

Өҫтә лә, аҫта ла көрәш ҡыҙыу булмаҡсы...
Өҫтә лә, аҫта ла көрәш ҡыҙыу булмаҡсы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: