Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Май 2022, 18:45

Кеше һүҙе кешене үлтерә...

Волейбол буйынса Рәсәй чемпионатында уйнаған Куба волейболисткаһын маймыл тип атағандары өсөн, спортсы тыуған яғына ҡайтырға булды.  

Екатеринбургтың  “Уралочка НТМК” клубы менән “Локомотив” командаһы араһында барған осрашыуҙа, дәғүәсенең баш тренеры Куба спортсыһын  маймыл тип атаған. Ул тайм-аут ваҡытында үҙенең волейболисткаһын саҡырып алып: “нишләп шул маймылды тотаһың” тип әйткәне эфирға эләгә. Шул йәберләүҙән  һуң Куба волейболисткаһы Аилама Сесе Монтавло Екатеринбург менән хушлашырға була.

““Уралочка” кеүек бөйөк клуб өсөн уйнауыма ҙур рәхмәтлемен. Командалаш ҡыҙҙарға һәм көйәрмәндәргә ҡыуаныслы мәлдәрҙе бергә кисереүемде мәңге онотмаясаҡмын. Һеҙ минең йөрәктә ҡаласаҡһығыҙ” тип белдергән ул хушлашыу мәлендә.

21 йәшлек спортсы клуб составында көмөш һәм бронза миҙал призеры булып өогөрә.  

Фото: ТАСС. 

Кеше һүҙе кешене үлтерә...
Кеше һүҙе кешене үлтерә...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: