Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Май 2022, 17:50

"Өфө" командаһы өс мәрәйле булды

 Рәсәй Премьер-лигаһы беренселеге  тамамланыуға бер тур алдынан “Өфө” командаһы "Арсенал"ды 2:1 иҫәбенә еңеп, хәлен бер аҙ яҡшырта төштө.  

Шуға ҡарамаҫтан, әлегә үҙ урынында ҡалды. Улар "Урал" уйынсылары менән 27-шәр мәрәй яулап, 14-15-cе урындарҙы бүлешә. "Урал" клубы иртәгә "Рубин" менән уйнаясаҡ. Әгәр Екатеринбург уйынсылары "Рубин"ды ота ҡалһа, "Өфө" футболсыларына элита дивизионы менә алдан хушлашырға тура киләсәк. Ә инде "Урал" еңелһә, беҙҙекеләрҙең  әҙме-күпме өмөтө ҡаласаҡ әле. һуңғы турҙа беҙҙекеләр Ҡазанда урындағы "Рубин" командаһы менән осрашһа, "Урал" иһә, "Арсенал" футболсыларында ҡунаҡ буласаҡ. 

Фото: ТАСС.  

"Өфө" командаһы өс мәрәйле булды
"Өфө" командаһы өс мәрәйле булды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: