Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Май 2022, 12:50

"Өфө" футболсылары яҙмышын хәл итәсәк

Бөгөн футбол буйынса Рәсәй Премьер-лигаһы беренселеге тамамланыуға ике тур алдынан “Өфө” командаһы турнирҙаш "Арсенал" клубын ҡабул итә.  

Әгәр беҙҙекеләр элитанан төшөп ҡалһа, команданың генераль директоры Шамил Ғәзизов әйтеүенсә, һигеҙ йылдан “Өфө” клубы юҡҡа сығасаҡ... Әлбиттә, улай уҡ булмаҫ, сөнки хөкүмәтебеҙ ҙә команданың киләсәген уйлап, уларға яңы стадион төҙөйәсәге хаҡында һүҙ сығарҙы. Шуға күрә төшөнкөлөккә бирелергә урын юҡ һымаҡ. Ә инде беренселеккә килгәндә, әгәр барыһы ла ыңғай килеп сыҡһа, уларҙың стык уйындарына эләгеүгә өмөтө юғалмаған. Уның өсөн “Өфө” футболсыларына бөгөн дәғүәсеһен алдырып, киләһе һуңғы осрашыуҙа ла мотлаҡ еңеү кәрәк.  Әлбиттә, уның өсөн юғарылағыларҙың да һөҙөмтәһе мөһим.   Сөнки беҙҙән бер баҫҡысҡа өҫтә торған “Урал” уйынсылары өс кенә мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Икенсенән, улар йәнәшә торған “Рубин” командаһы менән тиҙҙән уҙасаҡ турҙа уйнаясаҡ.

Фото: ТАСС. 

 

"Өфө" футболсылары яҙмышын хәл итәсәк
"Өфө" футболсылары яҙмышын хәл итәсәк
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: