Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Май 2022, 06:45

"Спартак" футболсылары 16 йылдан һуң финалға сыҡты

Кисә футбол буйынса Рәсәй БЕТСИТИ кубогының ярымфиналында "Спартак" командаһы "Енисей" клубын 3:0 иҫәбенә еңеп, төп бәйгелә сығыш яһаясаҡ.  

Улар быға тиклем Владикавказдың "Алания"һын шул уҡ иҫәпкә отҡан "Динамо" уйынсылары менән осрашасаҡ. Ғөмүмән, "Динамо" клубы быйылғы миҙгелдә илебеҙ беренселегендә лә уңышлы сығыш яһап, призерҙар исемлегенә дәғүә итһә, "Спартак" иһә, үҙенең 100 йыллыҡ юбилейына исмаһам, бәлки кубоклы булыр. Сөнки улар чемпионатта бәҫһеҙ уйын күрһәтеп,  төшөп ҡалыу зонаһынан саҡ ҡотолдо.

Шулай итеп, 72 йылдан һуң, улар йәнә финалда төп кубок өсөн көрәшәсәк.

Фото: ТАСС.

"Спартак" футболсылары 16 йылдан һуң финалға сыҡты
"Спартак" футболсылары 16 йылдан һуң финалға сыҡты
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: