Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Май 2022, 19:10

Рәсәйһеҙ чемпионат...

Иртәгә Финляндияла хоккей буйынса донъя беренселегенең 84-се чемпионаты старт аласаҡ.  

Унда 16 команда ике төркөмгә бүленеп, тәүгә төп фаворитһыҙ көрәшәсәк. Кем әйтмешләй, хоккей уйынының да бәҫе китә башланы. Канада, АҠШ, Швеция, Чехия, Финляндия һәм Словакияны һынамағанда, ҡалғандары исем өсөн... Канада ла һуңғы арала беренселеккә үтмәгән йәш уйынсыларын йәлеп итә башланы. Ҡыҫҡаса әйткәндә, беҙҙең командаһыҙ, турнирҙың мәртәбәһе күпкә кәмейәсәк.

Беҙҙең илебеҙ  1952 йылдан донъя беренселегендә ҡатнашып, Союз тарҡалғансы 22 тапҡыр донъя чемпионы була, ете тапҡыр көмөш һәм биш тапҡыр бронза миҙалын да яулай. Рәсәй исеменән биш тапҡыр -  беренсе, өс тапҡыр - икенсе һәм биш мәртәбә өсөнсө урынға сыға. Нишләйһең, хәҙер бына шул юғарылағы һынап кителгән илдәр,  үҙ-ара уйнапмы инде миҙалды бүлешәсәк.

Фото: ТАСС. 

Рәсәйһеҙ чемпионат...
Рәсәйһеҙ чемпионат...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: