Хайран ҡалырлыҡ спортсы 15 йәшендә СССР командаһында дебют яһай. 1992 йылда Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре командаһы составында Олимпия уйындары чемпионы исемен яулай. 2006 йылда Германияға күсеп, уның командаһы составында 2008 йылда уҙған Олимпия уйындарында “көмөш”лө була. 2013 йылдан Үзбәкстан командаһы намыҫын яҡлай башлай.
Ә бит быға тиклем ул һигеҙ Олимпиадала ҡатнашып, Токиола уҙған уйындарҙан һуң, карьераһына нөктә ҡуям, тип белдергәйне. Әммә былтыр Донъя кубогы этаптарының береһендә йәше 50-гә етеп килгән спортсы таянып һикереүҙә 16 – 20 йәшлек дәғүәселәрен еңеп, көтмәгәндә алтын миҙал яулай. Ул ғына ла түгел, ветеран-гимнаст бер айҙа өс тапҡыр подиумға күтәрелә. Хәҙер, үҙендә көс барын белеп, 2024 йылда Парижда уҙасаҡ Олимпия уйындарына әҙерләнә башланы. Ул ваҡытта уға 49 йәш буласаҡ.
Фото: ТАСС.