Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Май 2022, 16:55

"Өфө" футболсылары йәнә мәрәй бүлеште

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселегенең сираттағы турында "Өфө" клубы "Ростов" менән иҫәпте аса алмай, тигеҙ иҫәпкә таралышты.  

Хәҙер улар чемпионат тамамланырға ике тур алдынан 24 мәрәй яулап, турнир таблицаһының 15-се баҫҡысын биләй. Элитала ҡалыу стык уйындарына эләгең өсөн уларға мотлаҡ ҡалған осрашыуҙарҙа еңеү кәрәк. тик уның өсөн юғарыла килгән "Урал"ға дәғүәселәренән отолорға кәрәк. Киләһе турҙа "Урал" командаһы йәнәш урын алған "Ррубин" клубы менән уйнаясаҡ. Уларҙың икеһенә лә мәрәй кәрәк. Шулай уҡ беҙҙең футболсылар ҙа йәнәшә торған "Арсенал"ды ҡабул итәсәк. Шуға күрә икеһендә лә бик ҡыҙыҡлы бәйге булмаҡсы. 

Фото: ТАСС. 

"Өфө" футболсылары йәнә мәрәй бүлеште
"Өфө" футболсылары йәнә мәрәй бүлеште
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: