Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Май 2022, 07:00

"Динамо" "көмөш"һөҙ, ЦСКА "бронза"һыҙ ҡалырға уйлай...

Бөгөн футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига чемпионатының 28-се турын тамамлап, өс осрашыу уҙасаҡ.  

Ә инде уға тиклем ҡалған командалар уйнап, беренселектең икенсе-өсөнсө урын өсөн көрәште ҡыҙыулата төштө. Сөнки "Динамо" клубы  өс уйын рәттән дәғүәселәренә отолоп, "көмөш"өн "бронза"ға алыштырырға тора. Хәҙер мәрәй һаны буйынса улар менән "Сочи" уйынсылары тиңләште. Беренселек тамамланырға ике тур алдынан, моғайын улар икеһе миҙалдарҙы үҙ-ара бүлешер. Сөнки ЦСКА футболсылары ла "Сочи"ға еңелеп, хәлен ҡатмарлаштырҙы. Әлбиттә, уның да призерҙар исемлегенә инергә саҡ ҡына булһа ла өмөтө бар, әммә килеп сыҡмаҫ кеүек.

Турнир таблицаһының аҫҡы өлөшөндә лә уйындар ҡыҙыу булмаҡсы. "Өфө"нән бер баҫҡысҡа юғары килгән "Урал" командаһы әлеге турҙа еңелеү кисереп, беҙҙекеләргә өмөт уятты. Тик уның өсөн "Өфө" клубына бөгөнгө уйында "Ростов"ты мотлаҡ оторға кәрәк. 

Фото: ТАСС.  

"Динамо" "көмөш"һөҙ, ЦСКА "бронза"һыҙ ҡалырға уйлай...
"Динамо" "көмөш"һөҙ, ЦСКА "бронза"һыҙ ҡалырға уйлай...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: