Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Май , 19:40

"Ротор" футболсылары тәгәрәй...

90-сы йылдарҙа Европа кубогы турнирҙарында ҡатнашып, ике тапҡыр Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яулаған Волгоградтың "Ротор" командаһы йылдан-йыл түбәнгә тәгәрәй...  

Быйылғы миҙгелдә, хатта икенсе дивизионға төшөргә тора. Ә бит заманында "Ротор" клубы  көслөләрҙән һыналды. Көмөш миҙалдан тыш, Рәсәй чемпионатының бронза миҙалына ла эйә булды. 2004 йылда Премьер-лигала һуңғы урын алып, команда финанс йәһәтенән ауырлыҡтар кисерә башлай. Һәм хәҙер ошо көнгә ҡалып, бөтөнләй хәлен мөшкөләйтте.  

фото: ТАСС. 

"Ротор" футболсылары тәгәрәй...
"Ротор" футболсылары тәгәрәй...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас в