Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Май 2022, 18:40

"8,5 миллион долларлыҡ футболкаға ҡулымды ла һөртмәҫ инем...."

1986 йылда уҙған футбол буйынса донъя чемпионатында Англия командаһына ҡулы менән гол индергән Аргентинаның уйынсыһы Диего Марадонаның футболкаһын аукционда 8,5 миллион долларға һаталар.    

Шул хаҡта белеп ҡалған Англия йыйылма командаһының ҡапҡа һаҡсыһы Питер Шилтон, шул футболкаға  ҡулымды ла һөртмәҫ инем тип белдергән. "Мин шул ваҡытта уҡ беҙҙең уйынсының  Марадона менән үҙ-ара  футболкалары менән алышҡанын белһәм, йыртҡыслап ырғытҡан булыр инем. Кем уйлаһын инде ул ваҡытта... Ә хәҙер, уның 36 йылдан һуң, ошондай ҙур хаҡҡа һатыуы, әлбиттә ҙур ҡыуаныс. Тик торғандан байыны ла ҡуйҙы...". 

Фото: ТАСС. 

"8,5 миллион долларлыҡ футболкаға ҡулымды ла һөртмәҫ инем...."
"8,5 миллион долларлыҡ футболкаға ҡулымды ла һөртмәҫ инем...."
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: