Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Май 2022, 11:25

Хартли урынына Рябыкин тәғәйенләнде

“Авангард” хоккей командаһы үҙенә яңы баш тренер итеп, быға тиклем уларҙың тренерҙар штабында эшләгән Дмитрий Рябыкинды тәғәйенләне.  

45 йәшлек белгес менән контракт бер йылға төҙөлгән. Әгәр команда уның етәкселегендә уңыш ҡаҙанһа, килешеүҙе оҙайтасаҡтар.

Рябыкин заманында Омск өлкәһе клубында оҙаҡ ваҡыт уйнай. Карьераһына нөктә ҡуйғас, командаһында баш тренер булып дүрт миҙгел эшләгән Боб Хартлиның ярҙамсыһы  булып эшләй.

Фото: ТАСС. 

Хартли урынына Рябыкин тәғәйенләнде
Хартли урынына Рябыкин тәғәйенләнде
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: