Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Май 2022, 07:40

Дүрт миҙгел рәттән чемпион!

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселеге тамамланыуға өс тур алдынан, “Зенит” командаһы дүртенсе миҙгел рәттән  чемпион исемен яуланы.  

Улар уҙған  турҙа “Локомотив”  клубын 3:1 иҫәбенә еңеп, икенсе урында урынлашҡан “Динамо” уйынсыларынан туғыҙ мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Сөнки тегеләр үҙ майҙанында  “Урал”дан 2:3 иҫәбенә отолоп, инде чемпионлыҡҡа дәғүә итә алманы. Хәҙер көмөш миҙалы ла ҡыл өҫтөндә ҡалып бара, сөнки артағылар «Динамо»нан өс кенә мәрәйгә ҡалыша.

Шулай итеп, «Зенит» командаһы үҙ тарихында һигеҙенсе тапҡыр еңеүсе булып танылды. Тик был йәһәттән, барыбер  “Спартак”ты (ун тапҡыр чемпион) ҡыуып етергә иртәрәк. Әммә “Спартак” командаһы әлеге ваҡытта көрсөк кисерә. Улар беренселектә  31 мәрәй менән  унынсы баҫҡысты биләй. Былтырғы көмөш миҙал призеры тренерҙарын да йыш алмаштыра, әммә һөҙөмтә юҡ.

“Динамо” тигәндән, уның күптән инде призерҙар исемлегенә ингәне юҡ. Һуңғы тапҡыр 2008 йылда ғына бронза миҙал яулап, көйәрмәндәрен ҡыуандырғайны. Быйыл, бәлки, 28 йылдан һуң  көмөш миҙал яулар тиһәк, тик «Сочи» менән ЦСКА футболсылары уның бына-бына үксәһенә баҫырға тора. .. 

Турнир таблицаһының аҫҡы өлөшөнә килгәндә,  бында әлегә аңлайышһыҙлыҡ. Аҫта урынлашҡан дүрт-биш команда ла бер үк күрһәткескә өлгәшеүе мөмкин. Тик икәүһе мотлаҡ төшөп ҡаласаҡ һәм икәүһе урынын һаҡлап ҡалыу өсөн түбәнге лига клубы менән стык осрашыунда яҙмышын хәл итәсәк. Улар араһында “Өфө’ командаһы ла бар. Әгәр бөгөн  беҙҙекеләр “Химки» клубы ота ҡалһа, стык уйынына эләгеүгә өмөтө асыласаҡ. Ул унан тыш, ҡалған осрашыуҙарында  “Ростов”, “Арсенал” һәм “Рубин” командалары менән уйнаясаҡ.

Бер ҡараһаң, “Өфө” футболсылары һигеҙ миҙгел  рәттән элитала уйнап, нығынып бара тиһәк тә булыр ине, әммә быйылғы хәле  мөшкөлөрәк күренә.

Фото: ТАСС.

Дүрт миҙгел рәттән чемпион!
Дүрт миҙгел рәттән чемпион!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: