Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Апрель 2022, 11:20

Йә, “Металлург”, йә, ЦСКА “Гагарин”лы буласаҡ

Бөгөн хоккей буйынса  Гагарин кубогының сираттағы еңеүсеһе асыҡланасаҡ.  

Етенсе хәл иткес бәйгелә “Металлург” командаһы  ЦСКА уйынсыларын ҡабул итә. Әгәр Магнитогорск клубы отһа өсөнсө тапҡыр, ә инде әрме хоккейсылары еңә ҡалһа,  кубокты икенсе тапҡыр күккә сөйәсәк. Әлегә бер “Аҡ барс” командаһы ғына төп призды өс тапҡыр яулағайны. Ә инде икешәр тапҡыр СКА, “Динамо” (Мәскәү) һәм “Металлург” клубтары эйә булды.

Шулай итеп, бөгөн үҙ тарихында йә өсөнсө тапҡыр, йә икенсе тапҡыр кубокты яулаусы билдәле булсаҡ.

Ғөмүмән, ул йәһәттән Көнсығыш конференцияһы командалары өҫтөнлөк итә. Улар иҫәбендә ете еңеү. Көнбайыштыҡылар биш тапҡыр "Гагарин"лы була.

Фото: ТАСС. 

Йә, “Металлург”, йә, ЦСКА “Гагарин”лы буласаҡ
Йә, “Металлург”, йә, ЦСКА “Гагарин”лы буласаҡ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: